Размер шрифта
Цвета сайта
Изображения

Настройки

ГКУ Республиканский центр социального обслуживания населения

ГКУ Республиканский центр социального обслуживания населения

Ветерандар өсөн бушлай такси ойошторолдо

Башҡортостанда һуғыш ветерандары, концлагерь һәм гетто ҡорбандары, Ленинград блокадаһын кисергән граждандар өсөн бушлай такси ойошторолдо. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәгенә шылтыратып айына дүрт тапҡыр такси менән файҙаланырға мөмкин. Бушлай такси хеҙмәтен төбәктә 300-ҙән ашыу кеше саҡыртҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Людмила Солдатованың бала сағы һуғыш осорона тура килгән. Хаҡлы ялдағы ханымдың сабый сағы Ленинград блокадаһында үткән. Шуға ла Людмила Алексеевна Еңеү көнөнә арналған сараларҙы, һуғыш ветерандары өсөн ҡаралған льготаларҙы ла ул ҡыуанып ҡабул итә. Өфөлә ойошторолған социаль такси хеҙмәттәрен ветеран тәүгеләрҙән булып һынап ҡараған.

"Бушлай ҡаралған такси тиҙ килеп етә. Уны саҡыртыуы ла уңайлы, диспетчерҙар беҙҙең телефон һандарын экран аша күреп машинаны тиҙ ебәрә. Социаль таксиға ҡарата тәҡдимем бар, ай дауамында ҡулланмаған билетты киләһе айҙа файҙаланыуға ҡалдырып булһын ине. Такси хеҙмәттәре сикле, шуға ла билет юҡҡа сыҡмаһын ине.Людмила Солдатова, Ленинград блокадаһын үтеүсе

Социаль такси хеҙмәте менән һуғыш ветерандары, концлагерь һәм гетто ҡорбандары, Ленинград блокадаһында йәшәүселәр файҙалана ала. Бушлай такси менән айына дүрт тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, дауаханаға ике тапҡыр барып ҡайтырға була.

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге тарафынан ойошторолған программа сиктәрендә билдәле такси ойошмаһы менән килешеү төҙөлгән. Бушлай такси хеҙмәте Өфөлә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа лә ғәмәлдә.

Һуғыш һәм концлагер михнәттәрен күргән, Ленинград блокадаһында аслыҡ кисергән өлкән йәштәге граждандарға бушлай такси ойоштороу – уларҙың ауыр тормошон еңеләйтеү өсөн ҡаралған алымдарҙың береһе. Ветерандар әйтеүенсә, эш таксиға түләнгән аҡсала ла түгел, иғтибар һәм тырышлыҡ ҡәҙерле.

Флорида Ким

Ссылка: https://bash.news/bash/news/148565-veterandar-esen-bushlay-taksi-oyoshtoroldo

Обновлено 6 апреля 2021 Версия для печати
Предельная величина
среднедушевого дохода

Для трудоспособного населения

15 961,5 руб.


Для пенсионеров

12 232,5 руб.

В ГКУ РЦСОН организована работа телефона горячей линии

Примите участие в опросе

Ваше мнение важно для нас!

Яндекс.Такси — Ветеранам

8-800-775-00-14 (звонок бесплатный)

Интерактивный онлайн-консультант

Определение индивидуальной потребности в социальном обслуживании

%d0%98%d0%bd%d1%82%d0%b5%d1%80%d0%b0%d0%ba%d1%82%d0%b8%d0%b2%d0%bd%d1%8b%d0%b9 %d0%ba%d0%be%d0%bd%d1%81%d1%83%d0%bb%d1%8c%d1%82%d0%b0%d0%bd%d1%82 %d1%81%d0%be%d1%86